+15 °С
Ясно
События и факты
24 Сентября , 05:54

Ҡотлайбыҙ!

***

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Мәскәүҙә Рәсәй Почтаһының Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының финалы үтте. Унда иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр билдәләнде. Конкурста ҡатнашыу өсөн ике меңдән ашыу кеше ғариза тапшырған.

Конкурс һынауҙары йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы почтальон» номинацияһында өсөнсө урынды яҡташыбыҙ Виктория Варельджян яуланы. Шулай итеп, ул Рәсәйҙең иң яҡшы өс почтальоны иҫәбенә инде.

Виктория Варельджян почта хеҙмәтендә биш йыл эшләй. Ул Благовар районының Мирный һәм Топоринка ауылдарында йәшәүселәргә хаттар һәм баҫмалар тарата. Ул хеҙмәт күрһәткән участкала мең ярымға яҡын кеше йәшәй.

Викторияның төп бурысы — кешеләргә бер-береһе һәм тирә-яҡ донъя менән бәйләнештә ҡалырға ярҙам итеү.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас