

Ошо көндәрҙә Благовар районы Ямаҡай ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың туғандары район мәҙәниәт һарайының «Йондоҙсоҡ» кинотеатрында «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Бетеү» фильмын ҡараны.
Режиссёр Руслан Юлтаевтың ҡыҫҡа метражлы картинаһы ир-егеттең Ватан алдындағы бурысын, халыҡ берҙәмлеген һәм иман көсөн һүрәтләй. Фильм ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Унда яугирҙарҙың яҡындары әҙерләгән ризыҡ, үҙ ҡулдары менән бәйләгән һәм теккән әйберҙәр, күңел йылыһы менән һуғарылған бетеүҙәрҙең мөһимлеге күрһәтелә.
— Фильмдағы Илнур йөҙөндә һәр кем үҙ яҡындарын күрҙе. Улыбыҙҙың иҫән-һау һәм Еңеү менән ҡайтыуына өмөтөбөҙ тағы ла нығынды, — тине яугирҙың әсәһе Гөлназ Вәлимөхәмәтова.