

Түбәнге Троицкий ауылында 70 йәшлек водитель автостоянканан артҡа табан сыҡҡанда, автомобиль артында торған 74 йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Зыян күреүсене йәрәхәттәре менән Туймазы үҙәк район дауаханаһына алып килгәндәр.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе иғтибарлы булырға саҡыра. Манёвр яһар алдынан уның хәүефһеҙлегенә инанығыҙ!