

Андрей Назаров артистар менән осрашты һәм музыканттарҙың мәҙәниәтте үҫтереүгә, төбәкте танытыуға индергән өлөшөнә юғары баһа бирҙе.
Ул «Ай-Йола»ның ябай ғына музыкаль проект түгел, ә Башҡортостанды бөтә донъяға танытҡан мөһим мәҙәни күренеш булыуын билдәләне. Төркөмдөң ижадында милли йолалар һәм заманса музыкаль алымдар үҙ-ара гармоник рәүештә берләшә.