+10 °С
Ясно
События и факты
21 Сентября , 06:18

Туймазы районында Айыҡлыҡ аллеяһы ултыртылды

***

Туймазы районында Айыҡлыҡ аллеяһы ултыртылдыТуймазы районында Айыҡлыҡ аллеяһы ултыртылды
Туймазы районында Айыҡлыҡ аллеяһы ултыртылды

Ҡандры ауыл биләмәһенең Иҫке Ҡандра ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Ауылда 306 кеше йәшәй. Конкурста еңгән осраҡта аҡсалата премияны ауылды төҙөкләндереүгә тотонмаҡсылар.

«Һайлауыбыҙҙың йәшел билдәһе» акцияһы барышында ауыл клубы эргәһенә шыршы һәм миләш үҫентеләре ултыртылды. Туймазы урман хужалығы ауыл халҡына 25 үҫенте бирҙе. Акцияла ауыл халҡы, волонтёрҙар һәм Ҡандры ауыл биләмәһе вәкилдәре ҡатнашты.

Фото: Биләмәара клубтар системаһы.

Туймазы районында Айыҡлыҡ аллеяһы ултыртылды
Туймазы районында Айыҡлыҡ аллеяһы ултыртылды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас