

Рәсәй Хөкүмәте киләһе йылға ял көндәре календарен раҫланы. Яңы йыл каникулдары 2026 йылдың 31 декабренән 2027 йылдың 10 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.
Февралдә 21-нән 23-нә тиклем, мартта — 6-нән 8-нә тиклем ял итәсәкбеҙ. Май байрамдары 1-ән 3-нә һәм 8-нән 10-на тиклем буласаҡ. Июндә — 12-нән 14-нә тиклем, ә ноябрҙә 4-нән 7-һенә тиклем ял итәсәкбеҙ.
Бынан тыш, Башҡортостанда 9 март — Ураҙа байрамы һәм 16 май — Ҡорбан байрамы шулай уҡ ял көндәре буласаҡ. 11 октябрь, дүшәмбе, — Республика көнө лә ял көнө.
Шулай уҡ 20 февралдәге шәмбе ял көнө 22 февралгә, дүшәмбегә күсерелде. 2 һәм 3 ғинуарҙағы ял көндәре 5 ноябргә һәм 31 декабргә күсерелде.
Ҡыҫҡаһы, Яңы йылға тиклем 103 көн ҡалды. 🌲