

Туймазы районында һайлаусы участка һайлау комиссияһы ағзаларын ҡамыр аҙыҡтары менән һыйлаған
Ермөхәмәт ауылындағы һайлау участкаһына ошо аулда йәшәүсе Вакиля Әхмәтйәнова буш ҡул менән килмәгән — ул участка һайлау комиссияһы ағзалары өсөн кәбеҫтә һәм повидло һалынған пирожкилар бешергән.
Ҡатын ауылда ысын оҫта кондитер булараҡ билдәле. Уның оҫталыҡ дәрестәренә тәмле итеп бешерергә өйрәнергә теләүселәр һәр ваҡыт күпләп йыйыла.