+19 °С
Ясно
События и факты
19 Сентября , 05:34

Альберт Исмаил һайлауға йыр алып килде

Субханҡол ауылындағы һайлау участкаһына Башҡорт-мишәр казак бүлеге атаманы, Ырымбур казак ғәскәре есаулы Альберт Исмаил тантаналы кейемдә килде.

Тауышын биргәндән һуң ул «Шәйморатов-генерал» йырын башҡарҙы. Альберт Исмаил — ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе, милли мәҙәниәтте һаҡлаусы һәм башҡорт халыҡ уйындарын йәштәргә өйрәтеүсе билдәле йырсы.

— Беҙҙең киләсәгебеҙ бар, ул һис шикһеҙ яҡты һәм ҡыуаныслы буласаҡ, — тине ул.

Бөгөн Нөркәй ауылында Альберт Исмаил йәштәр өсөн «Байге» башҡорт милли уйынын үткәрәсәк.

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас