

Бөгөн, 18 сентябрҙә, Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көндәре старт алды. Һайлауҙар 2026 йылдың 18, 19 һәм 20 сентябрендә үтә.
Һайлау участкалары өс көн дауамында сәғәт иртәнге 8-ҙән киске 20-гә тиклем асыҡ буласаҡ.
Тауыш биреү барышында республика халҡы РФ Дәүләт Думаһы депутаттарын, 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатын, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлай.
Участкағыҙҙың ҡайҙа урынлашҡанын белмәһәгеҙ, уны асыҡлауҙың өс тиҙ ысулы бар:
❶ Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сервисында тикшерегеҙ: vk.cc/cP9DQa
❷ Дәүләт хеҙмәттәрендә «Һайлауҙар» баннерына баҫығыҙ: vk.cc/cO6CtU
❸ йәки Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу линияһына шылтыратығыҙ: 8 800 347 54 54
Тауыш биреү өсөн кәрәкле документтар исемлеге:
✓ РФ паспорты (ул булмаһа, ваҡытлыса шәхес танытмаһын күрһәтергә мөмкин);
✓ хәрби билет йәки хәрби билетҡа алмашҡа бирелгән таныҡлыҡ – тик хәрби хеҙмәт үткән кешеләр өсөн.