

«Быть, а не казаться» Бөтә Рәсәй остаздар конкурсының финалына Нижнетроицк мәктәбе тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы Ольга Каптелинина һәм Ҡарамалы-Гөбәй ауылындағы мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Радик Ғәбдрахимов үтте.
Конкурсты Рәсәйҙең балаларға һәм йәштәргә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү үҙәге ойоштора. Финалға сыҡҡан 100 иң яҡшы остазға партнёр ойошмалар менән берлектә проекттар әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биреләсәк.
Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!