

Шаран ауылында йәшәүсе Динар һәм Гөлшат Шакировтар дүрт бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Рианаға 14 йәш, ә 2014 йылда ғаиләлә өс игеҙәк — Шамил, Йәмил һәм Йәсмин тыуа.
Шакировтар балаларын яратып үҫтерә, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Балалар рәсем төшөрөү, йөҙөү, музыка һәм футбол менән шөғөлләнә. Динар Шакиров район Советы рәйесе булып эшләй, уның етәкселегендәге предприятие махсус хәрби операция яугирҙәренә даими ярҙам күрһәтә.
Фото - Шакировтарҙың ғаилә архивынан.