

Рәсәй Геройы Денис Чернавин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре һәм яугирҙәргә ярҙам иткән волонтёрҙар менән осрашты. Волонтёрҙар гуманитар ярҙам йыйыу һәм маскировка селтәрҙәре үреү тураһында һөйләне. Яугирҙәр өйҙәренә ҡайтҡандан һуң осраған ауырлыҡтары менән уртаҡлашты.
Осрашыуҙа хәбәрһеҙ юғалған ике хәрбиҙең ғаиләһе ярҙам һораны. Уларҙың шәхси эштәре юғалған булған. Денис Чернавин ярҙамы менән документтар Өфө ҡалаһының Дим һәм Киров райондары хәрби комиссариаттарында табылған. Документтарҙы тергеҙеү буйынса һорауҙар ебәрелгән.
Индира Мирхәйҙәрова фотһы.