

Фильмда Санкт-Петербургта диджей булып эшләгән Алина өләсәһе Нурияның Альцгеймер сире тураһында белеп, Татарстанға ҡайта. Ул өләсәһенең тыуған ауылында күмелгән хазинаны табырға тырыша. Әммә ауыл күптән һыу аҫтында ҡалған.
Нурия ролен Туймазы дәүләт татар драма театры актрисаһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рима Ключарева башҡара.
Актриса фильмдың йылы, изге булыуын, унда ғаилә ҡиммәттәре һәм быуындар бәйләнеше сағылыуын билдәләне. «Моң» һүҙен башҡа телгә тәржемә итеүе ауыр — уның мәғәнәһен йөрәк менән тойорға кәрәк, тине ул.
Фильм фестивалдең ябылыу тантанаһында ике наградаға лайыҡ булды: Ҡазан мэры призына һәм NETPAC жюриһының махсус призына.