

Туймазы ҡалаһының 12-се балалар баҡсаһы мөдире Ирина Монюк «Рәсәй ғорурлығы. Милли ҡаҙаныш» альманахына индерелгән.
Был — уның оҫта етәксе һәм тәжрибәле педагог булараҡ хеҙмәтенә, шулай уҡ балалар баҡсаһы коллективының уңыштарына бирелгән юғары баһа. Ирина Ивановнаны ҡотлайбыҙ һәм һөнәренә тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!