

«Берҙәмлектә — көс» республика форумы сиктәрендә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Туймазы филиалы — Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә түңәрәк өҫтәл үтте. Урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш һәм башҡа милли йәмәғәт ойошмалары етәкселәре уртаҡ проекттар тураһында фекер алышты, көнүҙәк проблемаларға туҡталды. «Ватан һаҡсылары» фонды координаторы Лилиә Ғиззәтуллинаның, «Алтын башаҡ» әҙәби берләшмәһе ағзалары Нәжиә Ғәрәева һәм Гүзәл Йосопованың сығыштары айырыуса тәьҫирле һәм актуаль булды.
Осрашыу аҙағында Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлмира Тимербай Төхбәтшина йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә рәхмәтен белдерҙе һәм бындай осрашыуҙарҙың мөһимлеген билдәләне.