

«Еңеү үрәбеҙ» ирекмәндәр клубы Илсембәт ауылындағы «Саттар» крәҫтиән-фермер хужалығы коллективына һәм шәхсән Рафаэль Миннур улы менән Флюза Мәксүм ҡыҙы Саттаровтарға рәхмәт белдерә. Фермерҙар ғаиләһе өсөн фронтҡа ярҙам итеү — бик шәхси тарих. Рафаэль Миннур улы менән Флюза Мәксүм ҡыҙы — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ата-әсәһе.
Саттаровтар ғаиләһенән ирекмәндәргә ярҙам төрлө йүнәлештәр буйынса даими килеп тора. Был юлы улар фронттағы яугирҙар өсөн бер центнер картуф тапшырҙы. Бынан тыш, «Саттар» КФХ-һы материалдар һатып алыу өсөн ирекмәндәргә даими һәм ҙур күләмдә аҡсалата ярҙам күрһәтә.
Ә был ғаиләнең тағы бер изге рухи йолаһы бар: инде ике йыл рәттән уларҙың йортонда яҡындары йыйылып, Ҡөрьән уҡый, ә йыйылған садаҡаны фронттағы яугирҙарға ярҙамға тапшыра.