+23 °С
Облачно
События и факты
11 Сентября , 04:59

«Урал батыр» рухы балалар күңелендә

Шаран ауылындағы «Батыр» балалар баҡсаһында башҡорт халҡының мәшһүр «Урал батыр» эпосына арналған үҙенсәлекле мөйөш булдырылған. Ул кескәй тәрбиәләнеүселәрҙе халҡыбыҙҙың рухи мираҫы, тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырыу маҡсатында биҙәлгән.

«Урал батыр» рухы балалар күңелендә«Урал батыр» рухы балалар күңелендә
«Урал батыр» рухы балалар күңелендә

Бында эпостың төп геройҙары, башҡорт халҡының боронғо йолалары һәм ҡиммәттәре сағылыш тапҡан. Тәрбиәселәр балаларға Урал батырҙың изгелек, намыҫ, ғәҙеллек һәм дуҫлыҡ хаҡына көрәше тураһында һөйләр. Әкиәт һәм риүәйәттәр аша кескәйҙәр яҡшылыҡтың һәр саҡ яуызлыҡты еңеүенә инана, тыуған ерҙе яратырға һәм һаҡларға өйрәнә.

«Урал батыр» эпосы — халҡыбыҙҙың күңел көҙгөһө, быуындан быуынға тапшырылған бөйөк рухи ҡомартҡы. Уны балаларға бәләкәйҙән танытыу — милли үҙаңды тәрбиәләүҙә мөһим аҙым.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар донъяны ғәжәпләнеү һәм шатланыу аша танып белә. Тарихҡа, тыуған яҡҡа һәм халыҡ мираҫына ҡыҙыҡһыныу ҙа тап ошо хис-тойғоларҙан башлана. «Батыр» балалар баҡсаһындағы матур мөйөш кескәй йөрәктәрҙә башҡорт рухына һөйөү һәм ғорурлыҡ уята.

«Урал батыр» рухы балалар күңелендә
«Урал батыр» рухы балалар күңелендә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас