

11 октябрҙә билдәләнгән байрам көнө йәкшәмбегә тура килә, шуға күрә ял көнө дүшәмбегә, 12 октябргә күсерелә. 9 октябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ була.
Ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ял көндәре 2 ноябрҙән 4 ноябргә тиклем (шишәмбе) дауам итәсәк. 1 ноябрь, шәмбе, эш көнө була, сөнки ял көнө 3 ноябргә (дүшәмбе) күсерелә.