

Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Туймазылағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә «Беҙ дуҫлыҡ менән берҙәм» тигән тематик сара үтте. Ҡатнашыусылар башҡорт һәм рус телдәрендә диктант яҙҙы, Рәсәй халыҡтары телдәрендәге текстар менән танышты.
Үҙәк белгесе Гөлмирә Бикбулатова туған телдең халыҡтарҙы берләштереүҙәге әһәмиәте тураһында һөйләне. Ҡатнашыусылар Рәсүл Ғамзатовтың тел, әсәй һәм Ватан тураһындағы әҫәренән өҙөк яҙҙы һәм уны төрлө телдәрҙә уҡып ишеттерҙе.
Сарала китапханасылар, «Родина» мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары ҡатнашты. Уларҙың барыһына ла ҡатнашыусы сертификаттары тапшырылды.
Сара туған телдәрҙе һаҡлауҙың һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыуҙың мөһимлеген тағы бер тапҡыр күрһәтте.