

Сарала Валентина Гризодубованың батырлығы, рекордлы осоштары һәм Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы тураһында һөйләнеләр. Китап күргәҙмәһе ойошторолдо, Советтар Союзы Геройы тормошо һәм ҡаһарманлығы тураһында видеояҙма күрһәтелде.
Ҡатнашыусылар бөгөн Шаран районын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ла һөйләнеләр: эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе етәкселәре, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткән ҡатын-ҡыҙҙар.
Көслө, ҡыйыу һәм тырыш ҡатын-ҡыҙҙар менән ғорурланабыҙ! Уларҙың хеҙмәте, ҡаһарманлығы һәм илһөйәрлеге — киләсәк быуындарға өлгө.