

Октябрьский ҡалаһында халыҡ кәсептәре һәм декоратив-ҡулланма сәнғәтенең V төбәк фестивале — «Октябрьский — оҫталар ҡалаһы» үтте.
Туймазы ҡалаһынан оҫталар — Әлмира Төхбәтшина, Гөлмира Бикбулатова, Татьяна Гордина һәм Алина Ғәлимова ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла үҙ номинацияларында призлы урындар яуланы.
Афарин, оҫталар! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!