

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү микрорайонында асылған үҙәк менән танышты. Ул ҡала юбилейына төҙөлгән. Бында концерт залы, балалар һәм өлкәндәр өсөн ижади студиялар эшләй.
Радий Хәбиров шулай уҡ МХО яугирҙәре өсөн маскировка селтәрҙәре үргән «көмөш» волонтёрҙар менән аралашты.
Фото - Олег Яровиков.