

4-се мәктәп территорияһында уҡыу йылы башланыуға яңы арт-объект урынлаштырылды.
Урам сәхнәһе мәктәп тематикаһындағы декоратив элементтар менән тулыландырылды. Улар металдан ҡырҡып эшләнгән һәм яҡтыртыу ҡоролмалары менән биҙәлгән. Арт-объектты ата-әсәләр һәм педагогтар әҙерләгән.
Бынан тыш, мәктәп территорияһында 57 ағас үҫентеһе ултыртылды.