

Бөгөн, 1 сентябрҙә, Туймазы районы мәктәптәренә 16 мең уҡыусы барҙы. 1184 бала өсөн мәктәп ҡыңғырауы тәүге тапҡыр яңғыраны.
Туймазы уҡыусыларын 885 уҡытыусы белем һәм тәрбиә менән тәьмин итә. Уҡытыусыларҙың 67 процентының эш стажы 20 йылдан ашыу.
Иң күп беренсе класс уҡыусылары Туймазылағы 8-се мәктәптә — 150 бала.