

Туймазы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә «Ағай» позывнойлы Герой-яугирҙың тол ҡатыны һәм хәҙерге ваҡытта хәрби хеҙмәттә булған «Шишмә» позывнойлы яугирҙың әсәһе Әнүзә Әнүәр ҡыҙы Ғибәтова килде.
Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр өсөн үлән сәйҙәрен ҡаптарға һалып төргәкләргә ярҙам итте.