

34 йәшлек күп балалы әсәнең 4 балаһы бар. Ул өйҙә кейем тегә, торт бешерә, яңы һөнәрҙәрҙе интернет аша үҙаллы өйрәнә.
Күптән түгел Аида автоклавта аҙыҡ әҙерләргә өйрәнгән. Хәҙер ул макарон, борщ, котлет, быҡтырылған ит кеүек ризыҡтарҙы реторт-пакеттарға һалып эшләй һәм яугирҙәргә ебәрә.
Уның тәҡдимен “Плетем Победу” клубы ойоштороусыһы Лиана Маннанова хуплаған, аҙыҡ-түлек һәм пакеттар алырға ярҙам иткән.
Беренсе партия — 34 порция итле макарон — хәрбиҙәргә ебәрелгән инде.