

Тантананың төп темаһы «Ҡоймаҡ байрамы» булды.
Музыкаль сығыштар, һәләтле йырсылар һәм дәртле алып барыусылар байрамға ысын ҙур юбилей кәйефе өҫтәне.
Ә хужабикәләр әҙерләгән тәмле ҡоймаҡтар, йомарт һый-ниғмәттәр һәм ҡайнар сәй был көндө айырыуса күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итте.
Ҡыҙыл-Бүләк халҡын тыуған ауылдарының 100 йыллығы менән ихлас ҡотлайбыҙ.