

Конкурс Мәжит Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы һәм Башҡортостан Республикаһының Әҙәбиәт музейы менән берлектә ойошторолдо.
Был конкурста Шамил Рәмил Сорағолов һүҙҙәренә, Луиза Батыр-Болғари музыкаһына яҙылған «Ғафури шишмәләре» йырын башҡарып, абсолют еңеүсе булды. Ошо ҡаҙаныш өсөн уға баш приз — планшет тапшырылды. Афарин, Шамил!