

Белем көнө алдынан Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбендә «Букеттар урынына — МХО яугирҙәренә ярҙам» акцияһы иғлан ителде.
1 сентябргә сәскә бәйләмдәре алып килеү урынына, дөйөм иғәнә индереү тәҡдим ителә. Йыйылған аҡса волонтерҙарҙың «Плетем Победу» клубы өсөн материалдар һатып алыуға йүнәлтеләсәк.