

Был ҡарар команданың эшен юридик яҡтан нығыта.
МХО башланғандан бирле ҡатнашыусылар маскировка селтәрҙәре үреү, дронға ҡаршы япма тегеү һәм окоп шәмдәре яһау менән шөғөлләнә, яҡындағы ауылдар халҡын да берләштерә.
Клуб етәкселеге билдәләүенсә, АНО статусы — эштең рәсми танылыуы, ә иҫәп-хисап счёты ярҙамды законлы һәм асыҡ итеп еткерергә мөмкинлек бирә.
Бөтә волонтёрҙарға һәм хәйриәсеҙәргә ҙур рәхмәт!