+11 °С
Облачно
События и факты
14 Августа , 06:00

Туймазыла 18 йәшлек «ялған» ДПС инспекторы тотолдо

Социаль селтәрҙәрҙе күҙәтеү ваҡытында Дәүләт автоинспекцияһы формаһына оҡшатып кейенгән йәш егеттең машиналарҙы туҡтатыуы төшөрөлгән видео табылды. Ул полиция хеҙмәткәре түгел булып сыҡты.

Егетте тиҙ арала асыҡлап, тотҡандар. Уға РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 17.12-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса протокол төҙөлдө.

Ҡануниәткә ярашлы, уға 1000–1500 һум штраф һәм форманы, баш кейемен, таяҡты конфискациялау янай.

Мәсьәләнең һуңғы ҡарарын мировой суд ҡабул итәсәк.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас