+11 °С
Облачно
События и факты
14 Августа , 06:03

Дүртөйле ауылында мөһим сара үтте

Шаран районы Дүртөйле ауыл биләмәһендә «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүсеһе проектының тормошҡа ашырылыуына арналған мөһим сара үтте.

Дүртөйле ауылында мөһим сара үттеДүртөйле ауылында мөһим сара үтте
Дүртөйле ауылында мөһим сара үтте

Йәйге осорҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре конкурс еңеүсеһе булған ауылдарға барып, уларҙа приз фонды иҫәбенә эшләнгән төҙөкләндереү объекттарының нисек файҙаланылыуын ҡарап сыға. Быйыл сират Шаран районына ла етте.

Йәрәмкә ауылында йәшәгән күп милләтле, татыу һәм хеҙмәт һөйгән халыҡ конкурстың ярҙамында берләшеп, ял һәм күңел асыу өсөн яҡшы шарттар булдырған. Балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары, ауыл уртаһындағы быуа — бының асыҡ миҫалы.

Дүртөйле ауылында иһә волонтёрҙар 10 миллион һум аҡса йыйып, матур сиркәү төҙөлөшөн тамамлай.

«Айыҡ ауыл» конкурсы ауыл халҡын берләштерә, уртаҡ мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеүгә йәлеп итә. Түҙемлек, битараф булмау, бергәләп эшләү — ысын йәмғиәттең нигеҙе.

Дүртөйле ауылында мөһим сара үтте
Дүртөйле ауылында мөһим сара үтте
Дүртөйле ауылында мөһим сара үтте
Дүртөйле ауылында мөһим сара үтте
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас