

Туймазы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында сигеү оҫталары Тамара Журавлёва менән Наталья Лапатинаның «Энә менән матурлыҡ һүрәтләйбеҙ» тигән күргәҙмәһе асылды.
Күргәҙмәлә төрлө техника менән башҡарылған 100-ҙән ашыу эш ҡуйылған: тәре сигеү, яҫы сигеү, күләмле яҫы сигеү, таҫма менән сигеү һәм башҡалар.
Күргәҙмә август аҙағына тиклем эшләй.
6+