

Ул 1943 йылда фронтҡа китә, Германия һәм Японияға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. «Ватан һуғышы» ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Кёнигсбергты алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
1954 йылдан Октябрьскийҙа йәшәп, заводта эшләй, һуңынан журналистика менән шөғөлләнә, ветерандар советы менән етәкселек итә.
Башҡортостан Журналистар союзы мәрхүмдең туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлаша.