

Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағындағы Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә ҡунаҡтар булды - әсәһе менән бәләкәй Йәмил килде.
Лилиә Сағит ҡыҙы үләндәрҙе төргәкләп әҙерләгән арала, Йәмил тыныс ҡына ултырып уйнаны. Уларға ярҙамға туҡыу түңәрәге ағзаларының береһе — Сәниә Сәлих ҡыҙы Шәймәрҙәнова ла ҡушылды.
Хөрмәтле яҡташтар, ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Егеттәребеҙ еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!