

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен йәнә иҫкә төшөрә.
Тик рәсми рөхсәт ителгән пляждарҙа ғына һыу инегеҙ.
“Һыу инеү тыйылған” тигән билдәгә битараф ҡалмағыҙ.
Алкоголь эскән килеш һыуға төшмәгеҙ — был һәләкәттең төп сәбәптәренең береһе.
Балаларҙы һәр саҡ күҙ уңында тотоғоҙ, уларҙы һыу буйында бер минутҡа ла яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Әгәр көтөлмәгән хәл килеп сыҡһа, шунда уҡ 112 һандарына шылтыратығыҙ.
Һыуҙа һаҡ булығыҙ һәм яҡындарығыҙҙы ла һаҡлағыҙ.