+22 °С
Ясно
События и факты
11 Августа , 05:28

Балды нисек дөрөҫ һайларға? Туймазыла белгес аңлатты

Туймазыла Роспотребнадзор белгесе балдың файҙаһы һәм уны һайлағанда нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген иҫкә төшөрҙө.

Балды нисек дөрөҫ һайларға? Туймазыла белгес аңлаттыБалды нисек дөрөҫ һайларға? Туймазыла белгес аңлатты
Балды нисек дөрөҫ һайларға? Туймазыла белгес аңлатты

Бал һатып алғанда:

уны тик ышаныслы етештереүселәрҙән йәки рәсми сауҙа урындарынан алығыҙ 

этикетканы, составын һәм документтарын тикшерегеҙ 

балды ябыҡ һауытта, дымһыҙ урында һаҡлағыҙ

 

Белгес һүҙҙәренсә, бал дым тарта, шуға күрә дөрөҫ һаҡламағанда ул әсей башлай ҙа ала. Шулай уҡ бал йылытҡанда 45 градустан юғары температурала уның файҙалы үҙенсәлектәре кәмей.

Бал составында витаминдар, минералдар һәм антиоксиданттар бар, шуға күрә ул файҙалы продукт һанала. Әммә ул шулай уҡ калориялы, шуға күрә уны күп ҡулланмаҫҡа кәрәк, бигерәк тә диабеты булғандарға һәм артыҡ кәүҙә ауырлығы менән йонсоусыларға.

Балды һаҡлыҡ менән һайлағыҙ һәм сама белеп ҡулланығыҙ

Балды нисек дөрөҫ һайларға? Туймазыла белгес аңлатты
Балды нисек дөрөҫ һайларға? Туймазыла белгес аңлатты
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас