

Нәтижәлә ҡатын бөтә һаҡлыҡ аҡсаһын юғалтҡан, өҫтәүенә 2 млн һәм 1,8 млн һум кредит алған. Артабан унан 2,25 млн һумды курьер аша тапшырыуҙы ла талап иткәндәр.
Һуңынан мутлашыусылар ҡатынды берҙән-бер фатирын һатырға күндергән. Фатир 2,5 млн һумға һатылған, аҡса енәйәтселәр иҫәбенә күсерелгән.
Йомғаҡ: яҡынса 7 млн һум бурыс, фатир ҙа, аҡса ла юҡ. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Һаҡ булығыҙ: таныш булмаған кешеләр кәңәше буйынса аҡса күсермәгеҙ, яҡындарығыҙҙы ла иҫкәртегеҙ