

“Ултырып эшләй алам, ярҙам итергә кәрәк”, — ти ағинәй. Уның йөрәге яугирҙар менән, һәм ул уларға тиҙерәк Еңеү теләй.
Елизавета Викторовна — хеҙмәт ветераны: ғүмере буйы ауыл хужалығында, һауынсы һәм санитарка булып эшләгән. Бөгөн ул үҙенең ҙур ғаиләһе, 19 ейән-ейәнсәре менән ғорурлана.
Ул һәр бәйләгән ебенә изгелек, йылылыҡ һәм Еңеүгә ышаныс һала.