

Благовар районының Ҡыҙыл-Йондоҙ ауылында йәшәгән Гөлйәмал Туҡтамышеваға 100 йәш тулды. Уны район һәм ауыл хакимиәте вәкилдәре ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.
Гөлйәмал апай ғүмерен “Башҡортостан” колхозына бағышлаған, 5 бала үҫтергән, хәҙер уның 20 ейән-ейәнсәре бар.
Юбилярға ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.