+17 °С
Облачно
События и факты
5 Августа , 07:37

Ныҡлы ғаилә - көслө Башҡортостан!

***

Ныҡлы ғаилә - көслө Башҡортостан!Ныҡлы ғаилә - көслө Башҡортостан!
Ныҡлы ғаилә - көслө Башҡортостан!

Дүртөйлө районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сираттағы «Ныҡлы ғаилә — айыҡ ауыл — көслө Башҡортостан!» күсмә сараһын үткәрҙе. Ул халыҡ кәсептәренә һәм мәҙәниәтенә арналған Республика "Ҡанатлы ат" фестивале сиктәрендә ойошторолдо. Сарала Дүртөйлө, Баҡалы, Бүздәк, Бәләбәй, Илеш, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары, Октябрьский ҡалалары вәкилдәре саҡырылды. Баҡалы районы делегацияһы составында Баҡалы муниципаль район Советы секретары Илнур Ғиззәтуллин, Баҡалы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Лениза Ғабдуллина, Иҫке Ҡатай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Булат Садыҡов, Иҫке Ҡатай ауыл Советы ауыл биләмәһенең эштәр менән идара итеүсеһе Эльвира Рәиповалар барҙы. "Айыҡ ауыл" республика конкурсының төньяҡ зонаһы буйынса йомғаҡлау сараһында мәртәбәле бәйгелә еңеүселәр тәжрибә уртаҡлашты, ойоштороусылар бәйгенең талаптары,д  окументация әҙерләгәндә ебәрелгән хаталар һәм етешһеҙлектәр тураһында һөйләне. Шулай уҡ " Айыҡ ауыл" конкурсы әүҙемселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Иҫке Ҡатай ауыл Советы ауыл биләмәһенең эштәр менән идара итеүсеһе Эльвира Рәиповаға Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты тапшырылды,ә "Айыҡ ауыл" конкурсында Иҫке Ҡатай ауылы икенсе йыл рәттән Финалист дипломына лайыҡ булды. Диплом Иҫке Ҡатай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Б. Садыҡовҡа тапшырылды.

 Артабан 10 райондан килгән делегациялар Арғымаҡ ауылы янындағы майҙанда " Ҡанатлы ат" фестивалендә ҡатнашты, Дүртөйлөнөң оҫта ҡулдары тыуҙырған әйберҙәр күргәҙмәләрен ҡараны, парадта майҙан буйлап үтте.

Көндөң икенсе яртыһы парадтан башланып, милли уйын төрҙәрен дә үҙ эсенә алды һәм Денис Ваһапов башҡарыуында көс күрһәтеү буйынса экстрим-шоу менән дауам итте. БР Башлығы Р. Хәбиров, Дүртөйлө районы Хакимиәте башлығы Р. Йосопов,Социалистик Хеҙмәт Геройы Р. Еникәйев һәм башҡа күренекле шәхестәр призына үткәрелгән ат сабыштары онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте.

Ныҡлы ғаилә - көслө Башҡортостан!
Ныҡлы ғаилә - көслө Башҡортостан!
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас