

Татарстандың иң бейек нөктәһендә — Сатыртауҙа «Сатыртауҙа йыйын» тип исемләнгән XVI төрки халыҡтар ижады фестивале уҙҙы. Байрамда Татарстандан, Башҡортостандан, Һамар һәм Ырымбур өлкәләренән 50-ләп ижади коллектив ҡатнашты, Аҙнаҡай районы 5 меңдән ашыу ҡунаҡты ҡабул итте.
Ҡунаҡтар өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләне. «Һөлгө яланы», «Сабыйҙар яланы», «Әҙәби ялан», «Теләктәр йорто яланы», «Сәк-сәк яланы», «Халыҡтар дуҫлығы яланы» гөрләп торҙо. Фольклор коллективтары сығышы байрамды матур биҙәне. Балалар һәм йәштәр зоналары, оҫтаханалар, ҡулланма сәнғәт күргәҙмәләре һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Милли ихаталар эргәһенән кеше өҙөлмәне. Ә байрамдың иң сағыу миҙгеле — «Ауҙарыш» - ат өҫтөндә милли көрәш булды.
Фестивалдә Мостафа ауылы клубының «Хазина» башҡорт фольклор коллективы Баҡалы районы намыҫын яҡланы(художество етәксеһе Розалия Зиннәтуллина). 2026 йылда ойошторолған ижади коллектив барлыҡ район һәм ауыл сараларында әүҙем ҡатнаша. Репертуарын даими яңыртып тора. Ансамблдең төп бурысы — рухи мираҫты өйрәнеү, үҫтереү һәм тапшырыу, боронғо йолаларҙы, байрамдарҙы, фольклорҙы, милли кейемде һәм ҡул эштәрен тергеҙеү.
«Хазина» фольклор коллективы Аҙнаҡай районы сәхнәһендә матур сығыш яһаны, тамашасыларҙың көслө алҡыштарына эйә булды. Диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Ансамбль ағзаларына киләсәктә лә сәләмәтлек, ижад дәрте һәм уңыштар теләге килә.”Хазина” милләтебеҙ хазиналарын тергеҙеүҙә арымай-талмай хеҙмәт итеүен дауам итһен.