

Ырымбурҙа «Рәсәй ғаиләһе. Ғаиләлә татыулыҡ — илдә берҙәмлек» Бөтә Рәсәй ғаилә ижады фестивале үтте. Ижади проект Ырымбур өлкәһендә тәүге тапҡыр старт алды һәм Рәсәйҙең 16 төбәгенән ғаилә коллективтарын йыйҙы.
Фестиваль сиктәрендә Ырымбур өлкәһендә бай мәҙәни-танып белеү программаһы ойошторолдо. Уның өс көнө ижадты, ғаилә ҡиммәттәрен һәм Ырымбур крайының мәҙәни мираҫы менән танышыуҙы берләштерҙе.
Күләмле сара Рәсәйҙең халыҡтар берҙәмлеге йылы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында үткәрелде.Уны ойоштороусылар булып В. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто Ырымбур өлкәһе Мәҙәниәт министрлығы һәм Ырымбур өлкәһенең Мәҙәниәт үҫеше өлкә үҙәге менән берлектә сығыш яһай .
Фестиваль 1994 йылдан алып үткәрелә һәм ике йылға бер тапҡыр Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ойошторола .
Ҙур һәм мәртәбәле мәҙәни сарала Баҡалы районынан Ханнановтарҙың ғаилә триоһы ҡатнашты. Улдары Азамат ҡурайҙа көйҙәр башҡара, ул уникаль өзләү техникаһын да үҙләштергән һәм уңышлы ҡуллана. Атаһы Рөстәм Марс улы ҡурайҙа виртуоз уйнай, ә әсәһе Зәлиә Камил ҡыҙы думбыра менән ҡушыла. Ханнановтар, уңышлы сығыш яһап, фестивалдең Дипломына лайыҡ булды.
Әйтергә кәрәк, Азамат Ханнанов күптән түгел Өфөлә үткән III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында Башҡортостан Республикаһы исеменән ҡатнашыусыларҙың береһе булды .Ҡурай моңона илебеҙҙең башҡа халыҡтары вәкилдәрен ғашиҡ иттерҙе тиһәк тә, артыҡ булмаҫ. Уңышлы сығыштары өсөн Республика Башлығы Р. Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә ғаилә башлығы Р. Ханнановҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы. Азамат һәм Зәлиә Ханнановтар ҡурайҙа һәм думбырала ҙур оҫталыҡ күрһәтеп,тантанала ҡатнашыусыларҙың күңелен арбаны.
Баҡалының ғорурлығы булған был талантлы ғаиләгә киләсәктә лә ижади дәрт, илһам һәм уңыштар юлдаш булһын!