

Расилә Дилмөхәмәтованың “Балсыҡ баҫыу” һәм “Ат Аҡҡанат – ғаилә ҡанаты” эштәре, ә Алина Исмәғилованың “Дыхание степи” менән “Песнь предков” линогравюралары күргәҙмәлә лайыҡлы урын алды.
Был эштәрҙә башҡорт халҡының йолалары, ат образы, дала киңлеге һәм ғаилә ҡиммәттәре сағылыш тапҡан.
Уҡытыусыларҙы хеҙмәттәре һәм ижади уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ!