

«Ғаилә» милли проекты һәм «Мәҙәниәттең ғаилә ҡиммәттәре һәм инфраструктураһы» федераль проекты ярҙамында мәктәпкә «Михаил Глинка» акустик рояле һәм ноталар йыйынтыҡтары ҡайтарылды.
Хәҙер йәш музыканттар сифатлы инструментта шөғөлләнеп, заманса ноталар менән эш итә ала. Был уҡыу сифатын күтәрә, илһам һәм ижадҡа яңы юл аса.
Яңы йыһазландырылған мәктәп уҡыусыларға музыкаға тағы ла ҙур һөйөү һәм дәрт өҫтәр, тип ышанабыҙ.