

Ҡыҙғанысҡа, кисен Московка-Туймазы юлында авария булды. 35 йәшлек Октябрьский ҡалаһы кешеһе “Рено Сандеро” автомобиле менән идара итеп, һул яҡ кюветҡа төшөп киткән, машина әйләнеп ауған.
Ике пассажир — Әгертамаҡ ауылынан 39 һәм 46 йәшлек ирҙәр — алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Водитель ауыр йәрәхәттәр менән Туймазы үҙәк район дауаханаһына оҙатылған.
Белдерелеүенсә, водителдең машина йөрөтөү таныҡлығы булмаған. 🕯️🚗