+17 °С
Облачно
События и факты
4 Августа , 05:38

Ғафур ауылында шишмә яңынан тергеҙелде

Туймазы районы Ғафур ауылы Коммунистик урамындағы шишмәне ауылдаштар ярҙамы менән яңынан тергеҙҙеләр.

Ғафур ауылында шишмә яңынан тергеҙелдеҒафур ауылында шишмә яңынан тергеҙелде
Ғафур ауылында шишмә яңынан тергеҙелде

Башланғысты ошо ауылда тыуған Фидан һәм Илдар Хәйруллиндар күтәреп алды: металл ҡыйыҡ ҡуйҙылар, таҙа һыу ағыуын юлға һалдылар. Шулай уҡ йылға өҫтөндәге күперҙе алыштырып, бәләкәй быуа һәм шарлауыҡ менән матур ял урыны булдырҙылар.

 

Был изге эшкә Валерий Сычев, Илнур Хәкимов, Илшат Ғиләев һәм Рузил Закиров та ҡушылды.

 

Хәҙер шишмә яңы һулыш алды, кешеләрҙе үҙенә тартып тора. «Атайсал» проекты йәнә үҙ көсөн күрһәтте!

Ғафур ауылында шишмә яңынан тергеҙелде
Ғафур ауылында шишмә яңынан тергеҙелде
Ғафур ауылында шишмә яңынан тергеҙелде
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас