

Оҫта двигателде, тиҙлек алыштырыу ҡоралын алыштырған, карбюраторҙы таҙартҡан һәм бөтә өлөштәрен тикшергән. Был эшкә ике аҙна ваҡыт киткән. Ремонт өсөн аҡсаны “Маскита” ирекле ярҙамсылар клубы бүлгән.
59 йәшлек Финадис Ситдиҡов төҙөлөш материалдары ташыу менән шөғөлләнә, ә буш ваҡытын махсус операция өсөн техника тергеҙеүгә бағышлай. Ул һәм уның ярҙамсылары инде бер нисә УАЗ, туғыҙ мотоцикл һәм башҡа техниканы яугирҙарға оҙатҡан.
Финадис әйтеүенсә, ул был эште яңғыҙ башҡармай: Әбүзәр Гәрәев, “Серпантин” ойошмаһы ағзалары һәм битараф булмаған туймазылылар ярҙам итә. Күптәр запчастарға аҡса күсерә, ҡайһы берҙәре гаражға килеп үҙҙәре лә ярҙам итә.