

Йәш волонтерҙар мәктәп мөдире Владимир Корнев һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дуня Коткова менән бергә мунса өсөн хуш еҫле ҡайын миндектәре бәйләне.
«Буласаҡ туғыҙынсы класс уҡыусыларыбыҙ телефондарын ситкә ҡуйып, ике көн буйы тырышып миндек әҙерләне. Йәш патриоттар Еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе», — тип билдәләне Владимир Ильич.
Һигеҙенсе класс уҡыусылары 25 ҡайын миндеге әҙерләне, һәм уларҙың барыһы ла тиҙҙән сираттағы гуманитар ярҙам менән яугирҙарыбыҙға оҙатыласаҡ.
«Миндектәребеҙ фронттағы егеттәребеҙгә тыуған яҡты, беҙҙең уларҙы яратыуыбыҙҙы, уларға ышаныуыбыҙҙы һәм Еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын көтөүебеҙҙе иҫтәренә төшөрһөн», — тине Дуня Ҡараметдин ҡыҙы.