

Айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған осрашыу — ҡул эштәре оҫтаһы Татьяна Гордина менән булды. Ул туҡыма менән эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Шул уҡ ваҡытта икенсе өҫтәл артында ирекмәндәр һәм үҙәккә килгән ҡунаҡтар үлән сәйҙәре әҙерләне.
Хәҙер шифалы үләндәр йыйыу айырыуса мөһим — улар беҙҙең яугирҙар өсөн бары тик ярҙам ғына түгел, ә тыуған йортто, ҡәҙерле яҡты, көткән һәм ышанған кешеләрҙе иҫкә төшөргән йылы сәләм дә буласаҡ.
Бындай изге эшкә ваҡытын һәм көсөн йәлләмәгән һәр кемгә ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең ярҙам — Ватан һағында тороусыларға ҡарата ысын берҙәмлек һәм хәстәрлек билдәһе.
Эш дауам итәсәк. Әгәр һеҙ ҙә яугирҙарға ярҙам итеү эшенә ҡушылырға теләһәгеҙ — Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә һеҙҙе көтәбеҙ.
Бергәләп беҙ ҙур һәм кәрәкле эш башҡарабыҙ!